Әҙәби кисә “Тормошо уның ҡайнар усаҡ кеүек”

Ибрай ауыл модель китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваға арналған “Тормошо уның ҡайнар усаҡ кеүек” әҙәби кисә үтте.
Зәйнәб Биишева-ысын- ысындан халыҡ араһынан сыҡҡан яҙыусы.Китапханала әҙибәнең тормош юлын һәм ижадын сағылдырған китаптарҙан күргәҙмә әҙерләнде. Әҙәби кисәлә Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәре беҙҙе хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә ихтирамлы булырға өйрәтеүен,тормош ысынбарлығын уҡыусыларға тапҡыр ҙа, дөрөҫ тә итеп еткерә беләүен иҫкә төшөрөлдө. Балаларға “Дуҫ булайыҡ”һәм ” Һөнәрсе менән өйрәнсек” хикәйәләренән һорауҙар бирелде, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр төҙөлдө.Балалар үҙҙәре “Башҡорт теле”, “Башҡортостан” шиғырын уҡып ишеттерҙеләр.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.