#ДеньБашкирскогоЯзыка2022
#Альшеевскийрайон
#ИбраевскаяСМБ
Ауыл клубында, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны уҙғарылды.Сара Башҡорт теле көнө сиктәрендә үткәрелде. Командалар араһында ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы. Улар 3 турҙа көс һынашты,үҙҙәренең белемдәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараны, тәңкәләр йыйҙы. Уйын ике команданың йырлы-моңло тамашаһы менән аралашып барҙы.
Күңелдәрҙе дәртләндергән һәм рухландырған, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ,тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә, ғәзиз телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән был сара ысын мәғәнәһендә матур һәм милли колоритлы тамаша булыуы менән күңелдәргә хуш килде.