Китап – ул һәр кешенең тормошона кескәй сағынан уҡ килеп керә. Бала йөрөргә һәм һөйләшергә өйрәнеүгә китапҡа ҡулын һуҙа, башта матур һүрәттәрен ҡарай, ә һуңынан ата-әсәһе ярҙамында эстәлеген өйрәнә. Шунан башлап китап уны бөтөн тормошо буйына: балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә, институтта ла, эштә лә, көнкүрештә лә оҙатып йөрөй.
Ата- әсәйҙәр, балаларығыҙ менән китапханаға бергәләп йөрөгөҙ, китап кәштәһенән кескәйҙәр менән бергәләп теләгән китаптарын һайларға өйрәтегеҙ!
Ата- әсәйҙәр, балаларығыҙ менән китапханаға бергәләп йөрөгөҙ, китап кәштәһенән кескәйҙәр менән бергәләп теләгән китаптарын һайларға өйрәтегеҙ!
Китапханабыҙға һеҙҙең өсөн һәм кескәй дуҫтарыбыҙға төрлө форматтағы сағыу һәм бай йөкмәткеле китаптар килде. Йәш уҡыусыларыбыҙ 3D форматындағы энциклопедияларға айырыуса ҡыуанасаҡтар.
Ашығығыҙ, дуҫтар, байрам алдынан үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы яңы китаптар менән ҡыуандырығыҙ!!!
Ашығығыҙ, дуҫтар, байрам алдынан үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы яңы китаптар менән ҡыуандырығыҙ!!!