Илебеҙҙә үткәрелгән күп һанлы байрамдар араһында ӘСӘ көнө, айырым урын биләй. Иҫ киткес байрам алдынан беҙҙең китапханала ” Өмөт” клубында йөрөүселәр өсөн “Һинең йылмайыуҙан – донъя йәмләнә”исеме аҫтында әҙәби – шиғри сәғәт уҙҙы .Шиғриәттә һәр кешегә ҡәҙерле һәм яҡын бер бит бар-әсәй тураһында шиғырҙар. Сара барышында донъялағы иң аҡыллы кешегә арналған бик күп шиғри әҫәрҙәр яңғыраны. Һәр ҡатнашыусы ,күңелле сәй эсеү артында, үҙҙәренең әсәйҙәре хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлеште. Шулай уҡ әсәйҙәр өсөн төрлө конкурстар менән ҡыҙыҡлы күңел асыу программаһы әҙерләнгәйне. Уйындар барышында ҡатын-ҡыҙҙар көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итә алды.