Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү-2023

 

         Ауылдарҙың киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда.

Республикабыҙҙа уңышлы эшләп килгән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ауылдарға ҙур ярҙам итә .

Йәшәгән еренә ысын хужа булып, уның төҙөклөгө, матурлығы өсөн битараф ҡалмаған ауылдаштар булғанда, йәшәү һулышы һүрелмәйәсәк икәнен яҡшы аңлай сәпәштәр . Ошо көндәрҙә халыҡ тап ошо проект өсөн дәррәү тауыш бирергә ауыл клубына йыйылды ла инде.

Һәр  ауылда тиерлек һыу мәсьәләһе халыҡтың ауыртҡан ере, шуға күрә Яңы Сәпәш  ауылы халҡы ла һыу менән тәьмин итеү системаһын капиталь ремонтларға кәрәк тигән һығымтаға килде һәм проектта ҡатнашырға ҙур теләк белдерҙе. Ауылыбыҙ халҡы, һинең өсөн уңайлыҡтарҙы ситтән килгән кемдер тыуҙырмай, барыһы ла үҙебеҙҙең тырышлыҡтан тора тигән фекерҙә.

Йыйылыштан һуң  ауыл халҡы  китапханаға йүнәлде. Йыйылыусылар түңәрәк өҫтәл артында «Һыу – йәшәү сығанағы» темаһына  әңгәмәне дауам итте. Төрлә дәлилдәр килтереп, ауыл тарихына ла күҙ һалып, саф ,таҙа һыу тураһында һүҙ алып барҙы ауылдаштар.

 

 

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.