“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы менән осрашыу булып уҙҙы.Сараға йыйылыусылар Гөлфиә апайҙың эш тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар һәм “Хәҙерге донъяла ҡатын-ҡыҙ Роле” темаһына фекер алышыуҙа ҡатнаштылар. ” Киске Өфө”гәзитенең баш мөхәррире булараҡ Гөлфиә Янбаева, гәзиттең яңы рубрикалары хаҡында һөйләне. Башҡорт халыҡ милли кейемдәре, биҙәүестәре ,башҡортостан республикаһы буйынса райондарҙа ағинәйҙәр нисек йәшәүе һәм эшләүе тураһында әңгәмә алып барҙы. Гөлфиә Гәрәй Ҡыҙы һәр кемгә ҡатын-ҡыҙҙар кейеме төшөрөлгән календарҙар, башҡорт телендә “Киске Өфө” гәзитен һәм уға льготалы яҙылыу тапшырҙы. Осрашыу йылы мөхиттә үтте, был сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла оҙаҡ ваҡытҡа ыңғай көс алды.
Ноя 10 2022