«Мостай Кәрим – уҡыйбыҙ, хәтерләйбеҙ, яратабыҙ»

Башҡортостан – гүзәл республика! Бормаланып аҡҡан Ағиҙел һәм Дим йылғалары, сал Урал буйҙары, алтын иген баҫыуҙары, ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары булған данлы республика. Әйтерһең дә тәбиғәттең бөтә байлығы, йомартлығы ошо беҙҙең Башҡортостаныбыҙға күскән. Ошо бай, бәрәкәтле ерҙән ниндәй генә шәхестәр үҫеп сыҡмаған да , ниндәй генә аҡыл эйәләре көс һәм ғәйрәт алмаған.
Аҡһаҡалы, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дә тормошо, бала сағы, уҡыу йылдары, ижады ошо ер менән бәйле.
Уҡыусылар өсөн ,Мостай Кәримдең тыуған көнөнә ҡарата, китапханала «Мостай Кәрим – уҡыйбыҙ, хәтерләйбеҙ, яратабыҙ» әҙәби вернисажы ойошторолдо . Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың халыҡ шағирының тормошо һәм ижады менән таныштылар. Балалар «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесынан өҙөктәр уҡыны , повестың айырым бүлектәрен анализлап, ҡыҙыҡһынып һорауҙарға яуап бирҙеләр һәм фекер алышыуҙарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Барыһы ла әҫәрҙең мәғәнәһен тәрән аңланы. Сараға “Мин йөрәгемдең уйҙарын йырҙарға һаласаҡмын” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Әңгәмә барышында китап һөйөүсе уҡыусыларыбыҙ күргәҙмәнән китаптар алып Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡынылар. Сара аҙағында балалар, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әҫәрҙәренең теле иҫ китмәле ябай, халыҡсан булыуы, уларҙа ҡулланылған һүрәтләү саралары яҙыусы ижадының тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инергә, әҫәрҙе иҫтә ҡалдырырға, образлы күҙалларға ярҙам итеүе менән оҡшай, тигән фекергә килделәр.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.