Заман арбаһы алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға, ҡулдан килерҙәй шөғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Беҙҙең көндәрҙә тегеү, сигеү, бәйләү, селтәр-ҡашмау, һаҡал-түшелдерек кеүек халҡыбыҙҙың боронғо биҙәүестәрен эшләү яңы һулыш кисерә. Күптәр ошо шөғөлдән йәшәү йәме таба, күңелендә булған илаһилыҡты, ҡулдарынан килгән оҫталыҡты рәхәтләнеп башҡалар менән дә бүлешә. Тап оло йәштәгеләр башҡорт милләтен һаҡлауға ҙур өлөш индерә һәм туған телгә , ғөрөф- ғәҙҙәттәргә өйрәтә,милләттең киләсәге хаҡында хәстәрлек күрә.
Ира Фәйзулла ҡыҙы ауылыбыҙҙың бәйләүгә, сигеү, тегеүгә ифрат маһир гүзәл заттарының береһе.”Тамырҙарға кире ҡайтыу” мастер –классына йыйылған ҡатын –ҡыҙҙарыбыҙға, балаларға, ҡул эштәренә оҫта Ира апай,үҙенең 56 йыл элек сиккән алъяпҡысын күрһәтеп, сигеү ысулдары менән бүлеште. Уның сағыу төҫтәр менән сигелгән алъяпҡыстарына, һөлгөләренә күпме күңел йылыһы, күҙ нуры һалынған. “Дәрт булғас, һәр нәмә үҙ ваҡыты менән күҙаллап ҡуйылған. Әлеге көндә йәш килен булып төшкән ҡыҙҙарға алъяпҡыстар сигеү менән мәшғүлмен. Ҡул эше мине тынысландыра, уйҙарымды йәшлеккә алып китә, донъя мәшәҡәттәренән арындыра”,- ти Ира Фәйзулла ҡыҙы. .“Бынамын тигән ҡул оҫтаһы!” — тип һоҡланалар уның эштәрен күреүселәр. Ысынлап та, сигеү менән ололар шөғөлләнә, ә беҙҙә артабан улар юлын йәш ҡыҙҙарыбыҙ, балаларыбыҙ дауам итер тигән ышаныс тыуа.