“Дауа — үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында”

Йәйҙҽң матур миҙҽгҽлҽндә Яңы Сәпәш ауылы оло йәштәгеләре урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә буш ваҡыттарын файҙалы үткәреп,ял итер өсөн , һаулыҡ, дауа артынан тәбиғәт ҡосағына сыҡты. Һуңғы йылдарҙа күптәр шифалы үләндәр ҡулланыу яҡлы. “Дауа — үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында” ти улар. Тыуған ерлектә үҫкән дарыу үләндәре генә барлыҡ сир-сырхауҙарға шифалы булып торалыр. Эҙләп йыраҡ бараһы түгел, улар беҙҙең эргәбеҙҙә генә, аяҡ аҫтында тип әйтерлек. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында булып, төрлө дарыу үләндәре йыйыу, Йәнтүбә тауына артылыу (тау тип өйрәнгәнбеҙ ул түбәне) , саф һауа һулау ,ихлас аралашыу күңелдә ыңғай һәм шатлыҡлы хистәр уятты, күңелдәрҙе байытты. Барыһы ла рәхәтләнеп ял итеп, күңел асып, тәбиғәттең иң матур урындарында фотоға төшөп, алдағы тормошҡа дәртләнеп, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты.

.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.