Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, ил халҡы менән бергә яҡташтарыбыҙ ҙа алғы һыҙыҡҡа ашыҡты. Башҡортостан фронтты ҡорал, яғыулыҡ һәм аҙыҡ-түлек менән өҙлөкһөҙ тәьмин итте. 9 май – илебеҙҙең һәр гражданы өсөн күптән инде изге байрамға әйләнде. Еңеү көнөн лайыҡлы билдәләү – барыбыҙҙың да мөҡәддәс бурысы, сөнки беҙҙә һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ғына түгел, ә уларҙың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең күңелдәренә лә тәрән инеп ултырған. Шуға күрә лә быйылғы Еңеү байрамы, Ибрай ауыл биләмәһенә ҡараған Иҫке Ҡайып ауылы халҡына, тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған “Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына мәңгелек дан” тип исемләнгән обелиск асылды. Был тулҡынландырғыс көндө ауылдаштар түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Байрам сараһына ауыл халҡының шатлыҡтарын уртаҡлашырға ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы Еникеев Рәфис Рәшит улы, Әлшәй районы муниципаль район хакимиәтенең финанс идаралығы етәксеһе- хакимиәт башлығы урынбаҫары Ынйы Камил ҡыҙы, ауыл хужалығы ветераны Фәнил Гәрәй улы Вильданов, Бөтөн рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы председателе урынбаҫары, хәрби хәрәкәттәр ветераны, өлкән офицер Сергей Викторович Нагаец иптәштәре менән килгәйне.
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәтенең финанс идаралығы етәксеһе- хакимиәт башлығы урынбаҫары Ынйы Камил ҡыҙы ҙур эштә актив ҡатнашҡан ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, обелиск асыуҙы башлап ойоштороусылар Радик Фәһим улына, Рәис Батырхан улына, Биккузин Зыя ағайға рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ильнур Зиннур улы, азатлығыбыҙ өсөн ғүмерен аямай, яуҙарҙа ятып ҡалған, ауыр йылдарҙа ал-ял белмәй эшләгән һәм хәҙер яҡты донъянан киткәндәр рухына аяттар уҡыны.
Байрам дауам итте. Ауыл халҡы үҙенең йырҙары ,шиғырҙары менән байрамды биҙәгән ауылдаштарын, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Светлана Маликованы , Наилә Файзуллинаны йылы ҡаршыланылар.
Район мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр һәүәҫкәр артистарыбыҙ Нияз Гиззатуллин, Алик Габдульманов, Артур Шаяхметов,Земфира Ситдикованың йырҙарына рәхәтләнеп бейеп, ял иттеләр. Ауыл халҡы байрамға ҙур табын, һалдат бутҡаһы әҙерләгәйнеләр. Берҙәм ауыл халҡына, Афарин!, -тип әйтәһе генә ҡала.