“Хәтер ваҡыттан көслөрәк”

Районыбыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған байрам саралары гөрләп уҙҙы. Яңы Ҡайып ауылында ла Еңеү көнөнә арналған тантаналы митинг, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу, тыл ветерандарын тәбрикләү сараһы үтте. Мәҙәниәт йорто байрамса биҙәлгән, китапханала “Хәтер ваҡыттан көслөрәк” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Байрамға килеүсе халыҡты Ибрай ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Рәшит улы сәләмләне. “Был оло Еңеүҙе беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәне, тәне менән яулап алған. Бөгөнгө тыныс тормош еңел бирелмәне, бик күп яҡташтарыбыҙ яу яланында ятып ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет һалдаты тиңһеҙ батырлыҡ, сабырлыҡ күрһәтте һәм бөтә Европа илен фашист ҡоллоғонан азат итте. Уҡыусылар, һеҙ оло быуын кешеләренән үрнәк алырға, уларға лайыҡлы алмашсы булып үҫергә тейешһегеҙ тине, – ул үҙенең телмәрендә.
Байрамдың икенсе өлөшөн ауылыбыҙҙың үҙешмәкәр һәүәҫкәрҙәре Кутлузаманов Әхнәф Әхәт улының, Мәхмәтова Рима Әнүәр ҡыҙының йырҙары,Ураҙғолов Ғайсар Әдбелнәғим улының һуғыш осоронда уйналған гармун көйҙәре, уҡыусы балаларҙың монтажы биҙәне. ”Күгиҙел” фольклор төркөмө ауылдаштарына борон- борондан ҡалған “Балсыҡ баҫыу өмәһе” йолаһын күрһәтте. Ауылдаштар, килгән ҡунаҡтар байрам сәйе эсеп, рәхмәттәр әйтеп , тыныслыҡта Еңеү байрамын күп тапҡырҙар ҡаршыларға яҙһын тигән теләктәр менән таралыштылар.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.