“Башҡорт теленән халыҡ – ара диктант -2022”

#БашҡортТелендәДиктант
#БашДиктант #БашДиктант2022
#ДиктантПоБашкирскомуЯзыку
#БашҡортсаДиктантЯҙам
23 апрель “Башҡорт теленән халыҡ – ара диктант -2022” яҙыу акцияһы үтте.
Ибрай ауыл модель китапханаһында ла диктант яҙырға теләүселәр өсөн майҙансыҡ эшләне. Майҙансыҡҡа үҙ ғүмерҙәрен мәктәп уҡыусыларына арнаған уҡытыусылар Ураҙголова Гөлшат Сәфәр ҡыҙы, Ғиззәтуллина Гөлнур Барый ҡыҙы, Фәйзуллина Наилә Ғәлимйән ҡыҙы,оҙаҡ йылдар Ибрай ауыл биләмәһендә бухгалтер эшен алып барыусы Йәғәфәрова Гөлйөҙөм Сәфәр ҡыҙы , “Күгиҙел” фольклор төркөмө ҡыҙҙары һәм йәштәр йыйылдылар. Арабыҙҙа иң йәше, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 7- се синыф уҡыусыһы, Арыҫланова Азалия Азамат ҡыҙы булды. Азалия ла үҙенең белем кимәлен тикшереп ҡарарға теләк белдерҙе. Китапханасы Лилиә Кинйәбай ҡыҙы, йыл һайын үткәрелгән ирекле, башҡорт телен танытыуға, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу уятыусы акцияла әүҙем ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙға уңыштар теләне. Тулҡынлана – тулҡынлана яҙған диктанттарыбыҙҙың һөҙөмтәһе бик яҡшы булыуы һөйөндөрҙө һәм диктант яҙыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә сертификат тапшырылды. Китапханала үткәрелгән сараларға әүҙем йөрөүсе ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.