«Эх, быймаһы ла,быймаһы !»

#Трезвоесело #Айыҡауыл
#Новосепяшево #Альшеевскийрайон
#Ибраевскаясельскаямодельнаябиблиотека

13 ғинуарҙа Яңы Сәпәш ауылынының Үҙәк урамындағы майҙансыҡта халыҡтың ялын күңелле үткәреү, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау,шулай уҡ йомшаҡ ,йылы, уңайлы аяҡ кейеменә мәдхиә йырлау маҡсатында «Эх, быймаһы ла,быймаһы !» тип аталған байрам сараһы үткәрелде. Ауылда берҙән-бер быйма баҫыусы хеҙмәт ветераны Сафуан Ғирфан улы Вилдановтың быйма баҫыу өсөн ҡалыптары һәм эш ҡоралдары күргәҙмәлә урын алды.
Яңы Сәпәш күп функциялы ауыл клубының “Күгиҙел ”фольклор төркөмө башҡарыуындағы таҡмаҡтар , Ғайсар ағай Уразгуловтың гармунда дәртле уйнауы күптәрҙең күңеленә хуш килде. Быйма тураһында шиғыр,таҡмаҡ,төрлө мәҙәк хәлдәр ҙә яңғыраны байрамда.Дәртле бейеп,етеҙлек талап иткән быймалы уйындарҙа ла ихлас ҡатнашты сәпәштәр. Күнелле байрам тәмлекәстәр ҡушып, эҫе сәй эсеү менән тамамаланды.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.