«Урал батыр башҡорт халыҡ эпосын уҡыйбыҙ»

#УралБатыр
#башҡортхалыҡэпосы
#тематиксәғәт
#Ибрай_ауыл_модель_китапхана
“Урал батыр» эпосын байрам итеү датаһы – 8 июнь – Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хәбиров Указы менән 2025 йылда булдырылған.

Урал батыр» — эпос, башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.
Ибрай ауыл модель китапханаһында «Урал батыр башҡорт халыҡ эпосын уҡыйбыҙ»тематик сәғәте үтте. Сара сиктәрендә ҡатнашыусылар эпос биттәре буйлап сәйәхәткә сыҡты, Урал батырҙың батырлыҡтарын һәм аҡыллылығын тикшерҙе, Шулай уҡ сарала ҡатнашыусы уҡыусылар «Урал батыр эҙҙәренән ” викторинаһында әҫәрҙең сюжеты, персонаждары һәм төп идеяһы тураһында һорауҙарға яуап бирҙеләр. Китапханасы башҡорт халыҡ эпосы тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.Сара аҙағында балалар эпостан өс телдә өҙөк уҡып ишеттерҙеләр.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.