Башҡортостан башлығы Указына ярашлы үткәрелгән башҡорт теле көнөнә арналған саралар Ибрай ауыл модель китапханаһында ла үткәрелде. Ауыл китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы, сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа өндәп китап уҡыусыларын, республика тарафынан иғлан ителгән “Әкиәттә ҡунаҡта” конкурсы, “Аҡмулла нәсихәттәре” флешмобында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Китапхана тормошонда һәр бер сарала ихлас ҡатнашыусы китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ бихисап. Был юлы ла 8ынатманылар, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып Гиззатуллина Гөлнур Барый ҡыҙы, Еникеева Әлфиә Мәжит ҡыҙы, 4 –се синыфта уҡыусы Йәғәфәрова Нүрзилә Ильшат ҡыҙы сертификат ҡа , ә шиғырҙы тасуири ятлаусы уҡыусыбыҙ Айнур Исянов маҡтау грамотаһына лайыҡ булдылар. Афарин!!! Киләсәктә лә ижади бәйгеләрҙә ҡатнашығыҙ! Яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!