Хөрмәтле ауылдаштар!
Һеҙҙе Яңы 2026 йыл менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!!
Яңы йылды ышаныс һәм өмөт менән ҡаршылайыҡ.
2026 йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын. Ат йылы ҡото менән килһен, барлыҡ изге хыялдарыбыҙ, маҡсаттарыбыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөбөҙ шатлыҡ – ҡыуаныс менән үтһен, донъябыҙ түңәрәк, уйҙарыбыҙ яҡты булһын!
Ап-аҡ ҡарлы, аҡ буранлы ҡышыбыҙ тик һаулыҡ, муллыҡ, бәхет кенә өләшһен!Тормошобоҙ, илебеҙ тыныс булһын, атыр таңдарыбыҙ тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә килтерһен!
Һеҙгә күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, бәрәкәтле тормош, иң мөһиме – сәләмәтлек һәм именлек теләйбеҙ!
Яңы йылда ла бергә булайыҡ, күңелегеҙҙә йыр – моңдарыбыҙға, китапҡа ҡарата һөйөү һүнмәһен һәм һүрелмәһен! Ауылыбыҙ гөрләп үҫһен, бәпестәр тыуып торһон, дуҫтарыбыҙ артһын!
Яңы йыл менән, ауылдаштар!!!





















