#СемейныйБашкортостан
#Ибраевская_сельская_модельная_библиотека
#клубНадежда
#БашҡортостандаӘсәйҙәрКөнө2025
#ҒаиләлеБашҡортостан
#Ибрай_ауыл_модель_китапхана
#клубӨмөт
Тышта ноябрь. Көндәр ҡыҫҡарҙы һәм һыуытты. Ошо айҙа иң матур байрамдарыбыҙҙың береһе – Әсәйҙәр көнө. Ул йылылыҡ һәм изгелек килтерә, беҙҙе яҡшыраҡ, иғтибарлыраҡ булырға өндәй.
Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе ул – әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Илебеҙҙә билдәләнгән күп һанлы байрамдар араһында Әсәйҙәр көнө айырыуса урын биләп тора. Был байрамда бер кем дә битараф ҡала алмай, сөнки әсәй – һәр кемдең тормошонда мөһим кеше.
Тап Әсәләр көнө уңайынан, бөгөн китапханала, “Әсәйҙәр – тормош биҙәге!” исемле сара үтте.
Байрамға Ибрай ауыл биләмәһенә ҡараған Шишмә, Ибрай, Яңы Сәпәш ауылдарынан Махсус хәрби операцияла, хәҙерге ваҡытта яу яланында йөрөгән батыр егеттәребеҙҙең әсәйҙәре,ҡатындары, туғандары, шулай уҡ күп балалы әсәләр, волонтерлыҡ хәрәкәтендә, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан әсәйҙәр йыйылды. Сараны асып, китапханасы Лилиә Кинйәбай ҡыҙы һәм күп функциялы ауыл клубы етәксеһе Әлфиә Ғәлимйән ҡыҙы яугирҙарыбыҙҙың ҡатындарына, туғандарына изге теләктәрен еткерҙе, сабырлыҡ теләне, батыр улдар үҫтергән өсөн оло рәхмәттәрен белдерҙеләр. Шулай уҡ залда ултырыусы әсәйҙәргә тормошта күптәргә үрнәк , ғаиләһенең , балаларының изге фәрештәһе булып йәшәүҙәренә һоҡланыуҙарын белдерҙеләр.
Байрам кисәһенең беренсе өлөшө әсәләргә булған матур, яғымлы һүҙҙәр әйтеше менән башланды. Әсәйҙәргә арналған күңелле конкурстар үткәрелде.Мәҫәлән: әкиәт һөйләү, мәҡәл әйтешеү, йырҙың тәржемәһенән танып белеү,әсәйҙәргә атап яҙылған йырҙарҙы башҡарыу, һорауҙарға яуап биреү буйынса әсәйҙәребеҙ үҙҙәрен һынатманылар һәм төрлө номинациялағы медальондарға лайыҡ булдылар.
Ә инде байрамыбыҙҙың икенсе өлөшө «Ҡабаҡ витаминдар батшаһы”- тип аталғайны. Сара барышында , ҡабаҡтың тыуған иле ,беҙҙең яҡтарға ҡасаныраҡ килеп сығыуы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыҡ. Төрлө витаминдарға бай булыуы тураһында ла әйтелде.
Күргәҙмә өҫтәлдә ниндәй генә ризыҡтар юҡ: һут, икра, ҡыҫтыбый, бәлештәр, ,манты, ҡабаҡ эсендө быҡтырып бешерелгән бутҡаларҙың төрлөһө, хатта мармелад та бар ине. Һәр береһе ҡабаҡтан бешергән ризыҡтарының рецептары менән бүлештеләр.Күңелле осрашыу сәй табыны артында дауам итте. Йәнле аралашыу бөтәһенең дә күңелен күтәрҙе.



























