Фольклор байрам “Өләсәйем һандығы”

#Башҡорттелекөнө2021
#деньбашкирскогоязыка2021
#Ибрайауылмоделькитапхана

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнә. Ошо айҡанлы, иҫтәлекле датаға арнап, Ибрай ауыл модель китапханаһы Яңы Сәпәш күп функциялы мәҙәниәт йорто менән берлектә «Өләсәйем һандығы» фольклор байрамы уҙғарҙы.
Сара башҡорт халҡының онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрен хәтерҙә яңыртыу hәм һаҡлау, элекке осорҙоң матурлығын күрһәтеү маҡсатынан үткәрелде.
Кисә алдынан мәҙәниәт йортоноң сәхнәһендә һандыҡта һаҡланған әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолдо. Балаларҙың өләсәй һандығында ниҙәр бар, тигән һорауына Шәнгәрәева Лилиә Шәйгәрҙән ҡыҙы үҙенең бала сағын иҫкә төшөрөп , өләсәһенең һөйләгәндәрен иҫкә алып , кис ултырғанда сиккән таҫтамалдары, бәйләгән селтәрҙәре, сиккән мендәр тыштары, ашъяулыҡтары тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Балалар Лилиә Шәйгәрҙән ҡыҙын йотлоғоп тыңланы. Сара барышында өләсәйҙәр балаларға үҙҙәре уйнап үҫкән уйындарҙы, йолаларҙы иҫкә төшөрөп, бергәләшеп байрам иттеләр.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.