#ППМИ_2025
#Ибрай_ауыл_модель_китапхана
Йыл һайын көҙгө муллыҡ ваҡытында Ибрай ауылы биләмәһендә йәшәүсе халыҡ Яңы Сәпәш клубы бинаһына йәрминкәгә йыйыла.Быйылғы йәрминкә “Тыуған ерем байлыҡтары ”тип аталды һәм урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә уҙғарылыуы менән үҙенсәлекле булды. Өҫтәлдәр һый- ниғмәт менән тулы, теләһәң- бәлеш, ҡоймаҡ, теләһәң – компот ал.
Шишмә ауылы егәрлеләре Минафа Ишмөхәммәт ҡыҙы менән Рәүфә Ғәлимулла ҡыҙы өҫтәлдәрен юҡҡа ғына “Милли биҙәк” тип атамағандар: һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, балан бәлештәре, ҡаҡ, бал кеүек аш- һыуҙар, мәтрүшкә, андыҙ, сәскә орлоҡтары, төрлө гөлдәр өҫтәлде йәмләп торҙо.Ә инде Рәсимә Шамил ҡыҙының кәрзине йәшелсәләргә бай ине, шалҡандың ниндәйҙәре генә юҡ, хатта татлы һуғандарын(порей) ҡыуанып алыусылар булды. Йәрминкәлә ҡатнашҡан һәр береһе маҡтауға лайыҡ- барыһы ла әҙерләнгәндәр, афарин! Ҡояшлы көҙҙөң матур бер иҫтәлеге булып ҡалды быйылғы йәрминкә.
Йәрминкә аҙағында мул өҫтәл менән ҡайнар сәй көтә ине.





















