“Олоғайыу- үҙе ҙур бәхет”

Ысынлап та, оло быуын кешеләре – донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Кем генә булып, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә үҙ эшенең оҫтаһы булды беҙҙең ауылдаштар. Ололар көнөнә ҡарата үткәрелгән байрамға китапханаға әүҙем йөрөүсе “Өмөт” ағзалары ла йыйылғайны.Байрамға килеүселәрҙе ҡотлап ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Ләйсән Вәлит ҡыҙы былай тине: “Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә!”. Сәй өҫтәле артында һәр кем үҙенең йәшлек йылдары менән уртаҡлашты. Шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. Күрше ауылдан килгән ҡунағыбыҙ Камила апай, сараға йыйылған барыһына изге теләктәрен еткереп Рәшит Назаровтың шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Байрам табын артындағы күңелле һөйләшеүҙәр менән дауам итте, бергәләп йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә.
Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй шул: ни бары бер аҙ иғтибар һәм изге, саф йөрәк тә етә.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.