Интеллектуаль уйын “Йомробаш”

#деньбашкирскогоязыка2021
#башҡорттелекөнө2021
#Аҡмулла #БашҡортТелеКөнө #Ҡоролтай #Курултай #ВсемирныйКурултайБашкир

9 декабрь, Башҡортостан башлығы Указына ярашлы үткәрелгән, башҡорт теле көнө алдынан, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ” Йомро баш” интеллектуаль уйыны ойошторҙо. Сараның маҡсаты: башҡорт халҡының милли, мәҙәни рухи ҡиммәттәрен һаҡлау. Был сараға Әлшәй үҙәкләштерелгән китапханаһы ла ҡушылды. Байрамдың тантаналы өлөшөндә Әлшәй районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әкимбәтов Мирғәсим Факил улы сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. Әлшәй районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы етәксеһе Каратеева Олеся Александр ҡыҙы ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Сараны әҙерләүсе һәм алып барыусы Ҡармыш ауылы китапханаһының баш китапханасыһы Абдрахманова Мәрзиә Нәвил ҡыҙы булды. Уңыштар теләгәндән һуң командалар араһында сәмле ярыш башланды. Сарала ҡатнашыусы “Ерҙәштәр” һәм ” Сая ҡыҙҙар” командаларының капитандары үҙҙәре менән таныштырып үттеләр. Мәрзиә Нәвил ҡыҙы командаларға төрлө мауыҡтырғыс һорауҙар әҙерләһә, килгән ҡунаҡтар тамашасыларҙың күңелен музыкаль яҡтан биҙәп күтәрҙе. Ҡатнашыусыларға БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы- Рәйлә Шәкүрованан да махсус һорау бар ине. Уйын төрҙәре мауыҡтырғыс һәм көсөргәнешле барҙы. Ә шулай ҙа ғәҙел баһалама ағзалары ике командаға ла бер тигеҙ мәрәй биреп, дуҫлыҡ еңде, тип иғлан итте. Телебеҙҙе популярлаштырыу,һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән “Йомро баш» интеллектуаль уйынында телем тип, янып уйнаған китапханасыларыбыҙға диплом һәм бүләктәр тапшырылды. Интеллектуаль уйын бик бай йөкмәткеле, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғолары менән һуғарылғайны. Ҡатнашыусылар һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек итеп әҙерләгәне өсөн Мәрзиә Нәвил ҡыҙына рәхмәттәр әйтеп, ошондай күңелле осрашыуҙар күберәк булһын ине ,тигән теләктә таралыштылар.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.