#Ҡоралтай
#ВсемирныйКуралтайБашкир
#Милликейем
#Ибрай_ауыл_модель_китапхана
Башҡортостан – күп милләтле республика, уның территорияһында 160-тан ашыу төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының мәҙәни үҙенсәлеге бар: уны милли кейем аша күрергә мөмкин.
Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Был байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө уңайынан китапханала балалар өсөн “Милли кейем матурлығы” тип аталған рухлы,фәһемле сәғәт булып үтте. Бәләкәстәр милли кейем матурлығы һәм үҙенсәлеге менән танышты.
Балалар уйын формаһында республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың кейем үҙенсәлектәре менән танышты, баш кейемдәре, түшелдеректәр, биҙәүестәр хаҡында белде.
Был көндә уҙғарылған саралар балаларҙа үҙ халҡының мәҙәниәтенә, йолаларына, кәсептәренә ҡыҙыҡһыныу, ғорурлыҡ тойғоһо уята.





















