#Ҡоралтай
#ВсемирныйКуралтайБашкир
#Милликейем
#Ибрай_ауыл_модель_китапхана
Милли кейем көнөн билдәләү – ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте арттырыуға, татыулыҡ ептәрен нығытыуға бәйле ҙур, мөһим эштәрҙең бер өлөшө лә. Байрам саралары ваҡытында беҙ бер-беребеҙҙең милли йолаларын күрәбеҙ, туған телдәребеҙ яңғырашына ҡолаҡ һалабыҙ, милли кейемдәребеҙҙең матурлығына, байлығына һоҡланабыҙ. Һәм ошо тойғолар аша нисәмә төрлө милләт вәкилдәре өсөн изге тыуған ер булған Башҡортостаныбыҙға, уның аша оло Ватаныбыҙға һөйөүебеҙ көсәйгәнен аңғарабыҙ, күңелдәребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо артҡанын һиҙәбеҙ.
Ибрай ауыл модель китапханаһы ла матур саранан ситтә ҡалманы. “Халыҡ хәтерен мәҙәниәт һаҡлай” исеме аҫтында үткән флешмоб милли кейем көнөнә арналды.
Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Сарала ҡатнашыусылар: “Эске булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинаһын юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ,”- тигән фекерҙә ҡалдылар.

Оценили 0 человек