#Берҙәмфольклоркөнө
#Ибрай_ауыл_модель_китапхана
17 июлдә Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө»байрамы билдәләп үтелә. Был яңы һөнәри байрам, ул Рәсәй халыҡтарының фольклор мираҫын һаклауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға ярҙам итә. Инглиз теленән тәржемә ителгән фольклор, “халыҡ зирәклеге” — халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, бейеүҙәр, шаяртыуҙар, мәҡәлдәр -халыҡ ауыҙ ижады. Рәсәй күп милләтле ил! Унда 190 дан артыҡ халыҡ йәшәй. Һәм һәр халыҡтың үҙ йырҙары, музыкаһы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары бар. Бөгөн китапханала Берҙәм фольклор көнөнә арналған этно сәғәт үтте. Сарала ҡатнашыусылар халыҡ уйындарын уйнанылар,мәҡәлдәр,әйтемдәр әйтештеләр. Сара бик күңелле үтте.





















