акция«Ромашка – тоғролоҡ билдәһе»Әңгәмә“Барыһы ла ғаиләнән башлана”

8 июль – календарҙағы иң матур байрам – Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнө. Барығыҙҙы ла ошо күркәм дата менән ҡотлайбыҙ һәм ғаилә именлеге, изгелек, бәрәкәт, муллыҡ теләйбеҙ!
Ғаилә — ул тормошобоҙҙоң иң мөһим ҡиммәттәренең береһе. Ғаиләлә беҙ мөхәббәт, хөрмәт, ярҙам, аңлау, татыулыҡ кеүек сифаттарға өйрәнәбеҙ. Бер-береңә терәк булыу, шатлыҡ-ҡайғыны бергә бүлешеү, бергәләп ваҡыт үткәреү ғаиләне нығыта.
Ибрай ауыл модель китапханаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған «Ромашка – тоғролоҡ билдәһе» акцияһы үтте.
Ромашка – был байрамдың символы. Ябай ялан сәскәһе элек-электән ихласлыҡ, мөхәббәт һәм таҙалыҡ менән ассоциациялана. Китапханасы актив уҡыусыларына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан,ҡурҡыу белмәҫ ҡаһарман егеттәребеҙҙең ата- әсәләренә ялан сәскәһе- ромашкалар бүләк итте.
Йәш ғаиләләр, өләсәйҙәр һәм әсәйҙәр өсөн “Барыһы ла ғаиләнән башлана” тип исемләнгән әңгәмә үткәрелде.Әңгәмәгә батыр егеттәребеҙҙең туғандары ла саҡырылды. Балалар ғаилә һүҙенең нимә аңлатыуын, уның ниҡәҙәр ҙур булыуы тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Ата- әсәләренә өйҙәрендә үҙҙәренең нисек ярҙам итеүҙәре тураһында, ғаиләлә ниндәй традицияләр булыуы һәм нимә менән мауығыуҙары тураһында һөйләнеләр, бер- береһенә матур, яғымлы һүҙҙәр әйтергә өйрәнделәр.
Был көнгә китапхана хеҙмәткәре «Бәхетле баласаҡ китаптары» китап-иллюстратив күргәҙмәһен әҙерләне. Күргәҙмәгә ҡуйылған китаптар балаларҙы тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүеше, әүҙем ғаилә ялы һәм тулы, бәхетле ғаиләнең мөһимлеге тураһында ябай һәм ҡатмарлы һорауҙарға яуап табырға ярҙам итәсәк.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.