Балаҫ йыуыу йолаһы

#Башҡортоҙонғүмерлелек
#Балаҫйыуыуйолаһы
#Ибрай_ауыл_модель_китапхана

Башҡорттарҙа йолалар уларҙың тарихи тамырҙарына, ышаныуҙарына, белеменә һәм үҙҙәрен уратып алған донъяны аңлы ҡабул итеүҙәренә бәйле. Тарих дауамында хужалыҡ эштәрен рациональ алып барыу, мораль нормалар булдырыу һәм һаҡлау өсөн билдәле социаль тәртип нормалары ла үҫешергә тейеш. Башҡорттар тарих дауамында синфи йәмғиәткә тиклемге ҡоролошто ла, социалистик үҫеш этабын да, дин тотоп йәшәһәләр ҙә, ике тапҡыр капиталистик ҡоролошто ла үтәләр. Быларҙың барыһы ла халыҡ йолаларына үҙенсәлек өҫтәгән.
Башҡорттарҙа һәр бер эште бергәләшеп-өмәләп эшләү йолаһы йәшәп килә[.
Ибрай ауылы модель китапханаһында ла ла йолаларҙы тергеҙеү буйынса саралар уҙып тора.
Китапханананың “Өмөт” клубы ағзалары апайҙары күңелдәрҙе күтәреп йырлай-йырлай “Балаҫ йыуыу” йолаһын башҡаралар.

Йырлай, йырлай, гөрләй, гөрләй,
Өмәләргә барабыҙ.
Яҙҙың матур көндәрендә
Балаҫтарҙы йыуабыҙ.

Ай- һай, ҡыҙҙары
Ниндәй матур үҙҙәре
Зифа буйлы, үткер һүҙле,
Янып тора күҙҙәре.

Аҫалы балаҫтарыбыҙ
Дан тота тирә- яҡта,
Рухи байлыҡ йыйырға
Килегеҙ беҙҙең яҡҡа.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.