#ҺәҙиәДәүләтшина120
#Ибрайауылмоделлекитапхана
Башҡорт әҙәбиәте тарихына күҙ һалһаң, яҙыусы ҡатын – ҡыҙҙар тураһында һүҙ башлағанда, әлбиттә ,иң беренсе Һәҙиә Дәүләтшина иҫкә төшә.5 март көндө уның тыуыуына 120 йыл булды.
Яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина – башҡорт халҡының ғорурлығы һәм Совет Көнсығышының бөтә Союз танылыуын алған тәүге ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Ауыр тормош юлы үтһә лә, һынауҙарға бирешмәйенсә, кеше булып ҡала алған шәхестәрҙең береһе, милли прозала яҡты, юйылмаҫ эҙ ҡалдырған ижадсы. Замандаштарының хәтерләүҙәре буйынса, Һәҙиә Дәүләтшина иҫ киткес изге күңелле, ҙур талант эйәһе булған. Уның әҫәрҙәре һутлы, образлы теле, халыҡсан фекерләү, юғары художетволылығы менән айырылып торған. Әҙибәнең иҫтәлектәренең береһендә ошондай һүҙҙәр килтерелә: ”Мине яҡшыраҡ белгегеҙ килһә, “Ырғыҙ” романымды уҡығыҙ. Минең бөтөн йәнем, саф йөрәгем шул романда“.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы китап уҡыусылар өсөн китьапханала “Һәҙиә Дәүләтшина – рух ҡаһарманы” әҙәби сәғәте үтте. Әҙәби сәғәт барышында уның тормошона һәм ижадына арналған презентация күрһәтелде. Китап уҡыусылар бөгөнгө көнгө тиклем шәхестең китаптарын бик теләп уҡыйҙар.Сара аҙағында ҡатнашыусылар өсөн китапханала булған китаптар буйынса әҙәбиәткә байҡау үткәрелде, был уларға Һәҙиә Дәүләтшинаның ижадын яҡшыраҡ белергә һәм уның тураһында тағы ла күп ҡыҙыҡлы нәмәләр белергә ярҙам итәсәк.





















