видео- ҡотлау “Әсәйемә бағышлайым”

Ер йөҙөндә күпме әсә бар. Уларҙың барыһы ла оло хөрмәткә, данға лайыҡ. Бөтә әсә лә бөйөк ул. Көслө рухлы, сабыр изгелекле, игелекле әсәйҙәр тураһында бер генә һүҙ менән йөрәктәге иң нескә тойғоларҙы еткерә алмаҫлыҡ кеүекмен. Ундай ҡөҙрәтле һүҙҙәр донъяла юҡ та, булмаҫ та. Әсәйҙәр күк йөҙөндәге яҡты ҡояш кеүек. Ҡояш ерҙәге тереклекте йәшәтә, һаҡлай икән, шуның һымаҡ ул да балаларының донъя тотҡаһы, тормош нигеҙе, ғүмер ҡояшы ул…
Әсә йөрәге үҙ балаларын, уларҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, берҙәй тигеҙ ярата. Балаһын үҫтереп аяҡҡа баҫтырыу теләге, уның яҡты матур киләсәгенә өмөт хистәре әсәгә көс-ҡеүәт бирә. Ысынлап та,әсәләр һәр саҡ беҙгә таяныс. Урғылып торған шатлыҡтарҙы ла улар менән уртаҡлашабыҙ, күңелебеҙҙе борсоған һағыштарыбыҙҙы уларға һөйләмәһәк тә күҙҙәребеҙҙән үк аңлап торалар.Әсә балаһын оло донъяның ҡатмарлы юлдарына сығырға әҙерләй. Әсәнән дә түҙемлерәк, сабырлыраҡ тағы ла кем бар икән донъяла?!
Әсә – ул бөтә ғүмерен балаларға бағышлаған изге заттарҙың береһе. Үҫеп буй етеп, үҙебеҙ ата-әсәләр булһаҡ та, әсәләргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә яҙһын. Оло хөрмәткә лайыҡ булып, киләсәктә балаларығыҙҙың бәхетен күреп йәшәргә насип булһын һеҙгә, – тип тәбрикләйбеҙ .

video-28-11-21-03-37

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.