Моң балҡышы

💢 Ҡәҙерле яҡташым, бик яҡын дуҫым, ҡабатланмаҫ талант эйәһе Гөлнур Барый ҡыҙы Ғиззәтуллинаның мәңгелеккә күсеүенә ике көн… Юғалтыуҙың ни тиклем ауыр икәнлеген әйтеп бирер һүҙҙәр юҡ. Тыуған еребеҙ ҡотон, рухын һаҡлаусы булды ул, Сабырлыҡтың, Тәрәнлектең, Ғәҙеллектең үҙе ине. Бөтә ғүмерен һәм ижадын Яҡтылыҡҡа, Изгелеккә арнаны. Гөлнур хаҡындағы был мәҡәләм биш йыл элек, 2020 йылда, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы биттәрендә донъя күргәйне…

МОҢ БАЛҠЫШЫ

«Һөйләм – бик татыу йәшәүсе бер ғаилә. Эйә – атай, Хәбәр – әсәй, Тултырыусы, Аныҡлаусы, Хәл – уларҙың балалары. Тултырыусының күлдәгенә – һыҙыҡ-һыҙыҡ, Аныҡлаусының – тулҡынлы, Хәлдекенә нөктәле-һыҙыҡлы биҙәк төшкән», – тел ғилемендәге ҡатмарлы темаларҙың береһен шулай ябай, сағыу образдарҙа аңлатҡан мөғәллимә биш минутта ҙур тамаша залын әсир итте лә ҡуйҙы. 2000 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе республика конкурсында Гран-при алып, мәғариф тарихына ингән Гөлнур Ғиззәтуллинаның йондоҙло минуты булдымы икән был мәл?..
Ғөмүмән, ғүмеренең ҡайһы мәлен уның йондоҙло минуты тип атарға мөмкин икән? Әллә балалар ҡыуанысынан башы күккә тейгән ваҡытынмы? Бәлки, күлдән сыҡҡан Аҡбуҙ өйөрөләй эркелешеп ағылған шиғырҙарҙың иң аҫылын ҡағыҙға төшөргән илһамлы халәтендер?
Шул алтын мәлдәрҙе «тотор» өсөн, ҡамыр баҫҡанда ла, Дим буйында бәпкә эҙләгәндә лә, ҡапҡа төбөндә балаларын көткәндә лә кеҫәһендә ҡәләм менән ҡағыҙ йөрөтә ул. Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында йәшәүсе Гөлнур Барый ҡыҙы Ғиззәтуллинаның ижадында мең балҡыштан торған тормоштоң үҙе сағыла…

«Әсәйем таң һарыһынан һандуғас моңон тыңларға уята торғайны. «Ниндәй ҡөҙрәттәр менән бәләкәй генә ҡош эсенә шул ҡәҙәр моң һыя?»– тип хайрандар ҡалам. Өмөт, һөйөү, йәшәү тантанаһы – мең яңғырашлы ноталар ғаләмгә оса, әйтерһең, һандуғас ысыҡҡа хәтлем донъяны йырға күмеп ҡалырға талпына», – ти Гөлнур. Тылсымлы ҡош телдәре, уның йәненә күсеп, булмышын биләгән, күрәһең.
…Бормалы Дим, ҡараш етмәҫ зөмрәт туғайҙар, күләгәһе менән көн ҡайнарлығынан ауылды ышыҡлаусы Көнаҙы тауы. Уның итәгендәге Ҡуңҡаҫ ауылы боронғолоҡтоң иң матур ҡанундары һаҡланған бер донъя була.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделбарый Иҙрис улы һәм Рәшиҙә Ғәбделғәзиз ҡыҙының ғаиләһендә ете бала үҫә. «Заманына күрә, етеш йәшәнек. Атайым да, әсәйем дә бик тырыш ине. Ауылдағы тәүге телевизорҙы беҙ алдыҡ. Өй түрендә мандолина, гармун булды. Дебет кәзәһе, ҡуян тоттоҡ, ҡышын ҡулыбыҙҙа – мамыҡ бейәләй, башыбыҙҙа ҡабарып торған шәл ине. Дим аша күрше Илсеғолға йөрөп уҡыныҡ. Ғаиләләге ете баланан бөгөн икәү генәбеҙ…» – тип хәтер ебен һүтә Гөлнур Барый ҡыҙы. Үҙен ҡурсаулы, ҡанатлы иткән бала саҡ иленә ул күңеле менән ғүмер буйы һыйынасаҡ:
Ҡояшы – саф алтын,
Күге – гәлсәр,
Ере – бәрхәт,
Ә һыуҙары – көмөш…
Әкиәттә түгел,
Ә эргәңдә
Йән иретер шундай ил бар, имеш.
Ул илдә һәр кеше
Дуҫ йә туған,
Һәр үләне – хәтфә,
Һәр япрағы – юрған.
Иртә-кисе ҡоштар һайрауына,
Йырға-моңға,
Наҙға-нурға тулған.
Унда көндәр оҙон,
Йоҡо тәмле,
Күбәләктәре ҙур,
Тауҙар бейек.
Һәр бер көнө
Мөғжизәгә тулы –
Был матурлыҡ һис бер үтмәҫ кеүек…
…Аҡ толпарҙай елеп, йылдар уҙасаҡ. Моңға ғашиҡ ҡыҙ йөрәген төбәктәге иң оҫта гармунсы – Миәкә районы Ерекле ауылының Хәниф тигән егете яулаясаҡ.
Күк менән Ер,
Ер менән Күк
Ҡауышҡан саҡта,
Мин һәм дә Һин,
Һин һәм дә Мин,
Табышҡан саҡта
Бөгөнгөләй
Тирә-яҡта
Ҡар-буран ине,
Ә йөрәктәр
Ярһып торған
Арғымаҡ ине, – тип хәтерләйәсәк һуңынан шул бәхетле миҙгелде Гөлнур.
Бөткөһөҙ мәшәҡәттәр, хисапһыҙ шатлыҡтар, ҡатмарлы һынауҙар менән тулы тормош юлында ижад Гөлнур өсөн күңел бушатыр тоғро дуҫына әйләнә. Бәхеттәрҙең иң олоһон кисереп, өс балаға ғүмер бүләк иткәс яралған йөрәк йырҙары һәр әсәнең кисерештәренә ауаздаштыр.
Торналар көньяҡҡа осҡанда,
Аҡҡоштар күк йөҙөн ҡосҡанда,
Йондоҙҙар балҡытҡас Ҡош юлын,
Был донъяға, балам, һин тыуҙың.
Аҡ ҡайындар кейенде алтындан,
Ялҡындай балҡыны уҫаҡтар,
Ҡояштың беренсе нурында
Һин, бәпес, һыйындың ҡосаҡҡа… – Ҡөҙрәтле был һүҙҙәр баш балаһы Рөстәм өсөн урғылһа, түбәндәгеләре – Гөлнараһына төбәп яҙылғандарҙан:
Күктә фәрештәләр бәпестәрҙе
Ергә ебәрергә бүлгәндә:
– Мин әннәгә булам, әннәгә, – тип,
Һин өндәшкәнһеңдер иң тәүҙә…
Сатнама ҡышта тәүге ауазын һалған төпсөгө Ниязға булған мөлдөрәмә наҙы артабанғы юлдарҙа сайпыла:
Ҡыш айында тыуһаң да һин, балам,
Ғинуар һалҡынлығы һис юҡ һиндә.
Һин шатланһаң, сәскә ата гөлдәр!
Һин йылмайһаң, ҡояш сыға өйҙә!
…Гөлнур Барый ҡыҙы 30 йылдан ашыу ғүмерен балаларға телебеҙ гүзәллеген еткереүгә арнай. Яңы Сәпәш мәктәбендә ул ойошторған «Ҡаурый ҡәләм» әҙәби түңәрәге яйлап район кимәлендәге берекмәгә әйләнә. Шул заманда шәкерттәре «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары, «Йәншишмә» гәзите биттәрендә рәхәтләнеп ҡәләм тирбәтә. «Ҡаурый ҡәләмселәр»ҙе Башҡортостан телевидениеһынан да күрһәтәләр. Ә уларҙың остазының шиғырҙары, хикәйәләре район, республика баҫмаларында даими донъя күрә килә. 1998 йылда Ғиззәтуллина «Йәшлек» гәзите үткәргән «Ғаиләм – ҡәлғәм» хикәйәләр конкурсында еңеүсе була. Ҡолас йәйеп йәмәғәт тормошонда ҡатнашҡан ханым республика уҡытыусыларының IX cъезына, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бара…
«Уҡытыусының абруйы юғары дәүерҙә йәшәнек, аҡыллы, төплө программалар буйынса белем бирҙек һәм йүгереп эшкә барыуҙан сикһеҙ бәхетле булдыҡ. Мәктәбебеҙҙе туҙан да төшөрмәй ҡәҙерләнек, баҡсаһында бөртөк сүп үләне лә үҫтермәй инек. Бөгөн иһә балалар автобуста район үҙәгенә йөрөп уҡый. Үҙебеҙҙең белем усағыбыҙ етемһерәп тора..»
Гөлнур Барый ҡыҙының шиғри офоҡтары һәр кемгә яҡын ғаилә, тормош, мөхәббәт темалары менән генә сикләнмәй. Бигерәк тә һуңғы осорҙағы ижадында тынғыһыҙ гражданлыҡ мөнәсәбәте, битараф булмаған йәне һулҡылдауы асыҡ сағыла. Замандашыбыҙ йәшәйештәге ваҡиғаларҙы үҙ күңел юғарылығынан баһалай. «Серәкәйгә ода»һы, мәҫәлән, Ер-әсәнең ҡәҙере китеүгә йөрәкһенеп яҙылған. «Ауыл янында ожмахтай бер аҡлан бар, ләкин унда кеше аяҡ баҫа алмай: яҡын килеүсене серәкәй һырып ала ла аҡланға юлды мәңгегә оноттора. Әҙәм тыуған ерен серәкәй һымаҡ та ҡәҙерләй алмай», – ти, әсенеп. Ә Еңеү көнөнә арналған тотош циклы тәндәрҙе зымбырҙатып, йөрәктең иң нескә ҡылдарын сыңлата ла ярһыу хистәр ҡойононда уйната.
…Гөрләүекле апрелдә Гөлнур Барый ҡыҙы ғүмеренең 65-се үрен артылды. Яҙмыштың иң бөйөк бүләк – балалар бәхете менән ололауына рәхмәтле ул. Йөрәк парәләренең кешеләргә яҡтылыҡ өләшеүсе булыуына һөйөнә. Улдарының үҙ тормош юлдашы итеп уға йәндәш ҡыҙҙарҙы һайлауына кинәнә: оло килене Әлфинур – башҡорт теле уҡытыусыһы, кесеһе Рузилә – район телестудияһында тапшырыуҙар алып барыусы. Санкт-Петербургта уҡыусы Гөлнар ейәнсәренең сит сәхнәләрҙә яңғыратып туған телебеҙҙә йырлауы, ҡала мөхитендә үҫһә лә, Айрат ейәненең саф башҡортса аралашыуы донъяһын бөтөн итә.
Былтыр көҙ әсә өлкән улы – билдәле йырсы, композитор, продюсер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллиндың ижад кисәһендә ҡыуанып ултырһа, ҡышҡа ингәндә Әлшәй район мәҙәниәт һарайының иң маһир музыканты тип танылған Ниязы үҙенең моң байрамына йыйҙы. «Дим буйының онотола барған боронғо көйҙәрен ҡурайҙа уйнап халыҡҡа ҡайтарыусыларҙың береһе улым булыуына ғорурланам», – ти Гөлнур Барый ҡыҙы, уның был изге эшкә көс һалған мәшһүр Азат Айытҡоловтың яратҡан уҡыусыһы икәнен билдәләп. Әлеге көндә балалар баҡсаһында эшләүсе Гөлнара ла ағаһы һәм ҡустыһынан ҡалышмай, төрлө сараларҙы дәртле йыр-бейеүе менән биҙәй.
Өс сабыйына илаһи моңон мираҫ иткән Хәнифенең бик иртә китеүе генә үҙәкте өтә: «Их, балалар шатлығын бергә уртаҡлаша алманыҡ…» Ғүмер буйы совхоз баҫыуынан ҡайтмайынса ер һөргән, иген үҫтергән иренең йөрәге туғыҙ йыл элек, 60 йәшен оло итеп үткәрергә дәртләнеп йөрөгәндә, ҡапыл тибеүҙән туҡтай.
Мин кем инде һинән башҡа,
Хәҙер кем инде мин?
– Йылдар араһында аҙашып ҡалған
Һалҡын көҙгө Елмен.
Мин кем инде һинән башҡа,
Мин кем инде хәҙер?
– Ваҡыт толпарының ялдарына
Йәбешеп сапҡан Хәтер… – Һағыш даръяһы булып түгелгән был юлдар ҡәҙерлеһенә бағышланған шәлкемдән.
…Һандуғас йырламай тора алмаған кеүек, Гөлнур яҙмайынса йәшәй алмай. Әллә нисә шиғырын көйгә һалған улдары. «Парлыларға», «Туй йыры», «Айлы кис» тигән йырҙарҙы бигерәк тә яратып башҡаралар.
Ябай тел әйтеп бирә алмағанды моңло аһәң менән еткереүсе Гөлнурҙың һәр юлы күңелдәрҙә ҡөҙрәтле ҡайтауаз булып яңғырай. Ҡабатланмаҫ талант эйәһенең ижады – Яҡтылыҡҡа, Изгелеккә мәңгелек мәдхиә.
Альмира КИРӘЕВА.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.