#ШәйехзадаБабич130
#ШәйехзадаБабичрухыбеҙҙеңйөрәктәрҙә
#Ибрай_ауыл_модель_китапхана
#Башҡортоҙонғүмерлелек
Арҙаҡлы шәхестәр бер ваҡытта ла онотолмай.
Башҡорт әҙәбиәтенең классиғы, азатлыҡ йырсыһы, Шәйехзада Бабичтың тыуыуына – 130 йыл тулыу уңайынан һәр китапханала әҙәби саралар ойошторола.
Бабич 1895 йылда тыуа.Үҫеп еткәс, Шәйехзада Мифтахетдин Аҡмулла кеүек үк, халыҡ күңеленең йырсыһына әйләнә. 15 йәшендә, рухи аҡһаҡалы һымаҡ, ҡаҙаҡ балаларына белем бирергә юллана. Ләкин ярһыу егет яҙмышын мәғрифәтселек менән генә сикләргә теләмәй. Дауыллы заман уның шиғри йөрәген үҙ артынан эйәртә.
Шәйехзада Бабичтың ижады егерменсе быуат башы поэзияһында ғына түгел, дөйөм башҡорт әҙәбиәте тарихында күренекле урындарҙың береһен алып тора.
Бөгөн беҙҙең Ибрай ауыл китапханаһында ла китапхананың “Өмөт” ағзалары бөйөк шағир Шайехзада Бабичҡа арналған шиғриәт сәғәтенә йыйылды. Сара барышында китапханабыҙҙың яҡын дуҫтары, актив китап уҡыусылар ҙа бер аҙ шағирҙың тормошо һәм ижадына байҡау яһап, иҫкә алып уҙҙылар.Сараның икенсе өлөшөндә Бабичтың шиғырҙарын күңелгә үтеп инерлек итеп Лилиә Шәйгәрҙән ҡыҙы, Рәсимә Шамил ҡыҙы, Люзиә Хәниф ҡыҙы, Наилә Ғәлимйән ҡыҙы һәм Гөлйөҙөм Сәфөр ҡыҙы уҡып ишеттерҙеләр.
Ваҡыт бер кемде лә, бер нимәне лә аямай. Әммә сағыу шәхестәрҙең халыҡ хәтерендә ҡалдырған яҡты эҙе юғалмай, киреһенсә, йылдар үтеү менән уларҙың исемдәре ҡиммәтерәк һәм серлерәк була бара. Бына шундай шәхестәрҙең береһе ул Шәйехзада Бабич.