Яңы 2025 йыл.

Һәр кемдең көтөп алған байрамдарының береһе – Яңы йыл яҡынлаша.
Яңы йыл – һәр саҡ ниндәйҙер мөғжизә, теләктәрҙең тормошҡа ашыуын көтөү, бала саҡтан иң яратҡан байрамдарҙың береһе. . Барыһы ла мөғжизәгә ышанып, Яңы йыл байрамын көтә.

29 декабрь мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ауылдаштары өсөн байрам сараһы ойошторҙо.
Байрамды асҡас, ауыл хакимиәте башлығы Рәфис Рәшит улы Яңы йыл менән ҡотлап үтте.
Байрамыбыҙға мәртәбәле ҡунағыбыҙ ,Башҡортостандың халыҡ сәсәниәһе, филология фәндәре докторы, билдәле фольклорсы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, М.Аҡмулла, Ғ. Әлмөхәмәтов премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәр яҡлап хөрмәткә лайыҡ шәхесебеҙ , яҡташыбыҙ Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева ла ҡайтҡайны. Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының ауылдаштарына теләгән изге теләктәре , китапханаға бүләк иткән яңы ғына баҫтырылған “Урал эпосы” китабы, балалар менән уйнауы байрам кәйефен күтәрҙе .
Артабан Яңы йыл кисәһе төрлө уйындар , йыр-бейеү менән дауам итте. Байрам кисәһе барыһына ла оҡшаны, рәхмәттәр әйтеп, теләктәр әйтешеп таралыштылар.
Һеҙҙе яҡынлашып килгән 2025 йыл менән ҡотлайбыҙ!Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, оло шатлыҡтар ғына кисереп йәшәргә яҙһын! Һәр көнөгөҙҙән көс- дәрт алып, ҡыуаныс- мөхәббәткә сорналып ғүмер итегеҙ.Яңы йылға беренсе аҙымығыҙ изгелек булһын! Аҡ бәхеттәр һеҙгә!

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.