#Башҡорттеле
#МифтахетдинАҡмулла
#ТуғантелемБашҡорттеле
#Ибрай_ауыл_моделле_китапхана
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.
Иҫтәлекле дата уңайынан 12 декабрҙә Ибрай ауылы моделле китапханаһы хеҙмәткәре Башҡорт теле көнөнә арналған «Туған телем- башҡорт теле » уйын- ярыш үткәрҙе.
4 турҙан торған бәйгелә “Зирәктәр” һәм “Отҡорҙар” командалары үҙ-ара көс һынашты. Йомаҡтар ҡойоштолар, тиҙәйткестәр әйттеләр, мәҡәлдәрҙе урыҫ теленә тәржемә иттеләр, анаграммалар, шиғырҙы рифмалаштырып яҙыу һәм башҡа күп кенә тел тураһында уйындар уйнанылар. Сара барышында Башҡортостандың күренекле яҙыусыларын, уларҙың шиғыр юлдарын иҫкә төшөрҙөләр. Жюри ағзалары командаларға төплө баһа биреп, белемдәрҙе камиллаштереү өсөн китапханала бик матур сара ойошторолоуын әйтеп үтте.





















