“Аулаҡ өй”

#ГодСемьи
#Ғаиләйылы
#Деньматери
#Әсәкөнө
24 ноябрь Рәсәйҙә Әсә көнө билдәләнә – бер кемде лә битараф ҡалдыра алмаған матур байрам.
Доньяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз, изге зат юҡтыр. Күпме наҙ, күпме йылылык бар был һүҙҙә. Сабый доньяға килгән сәғәтенән үк әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын һиҙеп, яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй. Йылдар үтеп, сәстәргә сал керһә лә,ғәзиз әсәйҙәребез өсөн беҙ һәр вакыт бала булып ҡалабыз.
Ошо күркәм байрам сиктәрендә ,китапханала иң матур йолаларҙың береһе, онотолоп барған халыҡ уйындарын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, уларҙың үҙенсәлеген нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған “Аулаҡ өй” тип аталған сара уҙҙы.Китапханала “Ғаилә ижады ” күргәҙмәһе ойошторолғайны.
Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән кистәрен йыйылып, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратҡан. Ә йыйылғанда гел таҡмаҡтар, йырҙар йырлағандар, уйындар уйнағандар. Бөгөнгө кисәбеҙгә лә әсәйҙәребеҙ үҙҙәренең милли кейемдәрен кейеп, милли биҙәүестәрен тағып, ҡул эштәрен тотоп килгәйнеләр. Ә беҙҙең “аулаҡ өйҙә” әсәйҙәребеҙҙең байрам кәйефен күтәрергә һәм гармун моңдарын таратырға Ғәйсәр Әбделнәғим улы ла саҡырылғайны. Саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ боронғо замандарҙа булған ғөрөф-ғәҙәттәр, ырымдар менән шатланып уртаҡлаштылар.
Кисә барышында ғаилә йылына ҡарата боронғо йомаҡтарҙы ҡойҙолар, әсәйҙәр тураһында йырҙар йырланылар, бейенеләр, мәҡәл-әйтемдәрҙе, шулай уҡ онотола барған халыҡ уйындары: “Йәшергәм яулыҡ”, “Йөҙөк һалыу” иҫкә төшөрҙөләр. Әсәйҙәр башҡарыуында йырлы-бейеүле “Наҙа” уйыны ла, наказдар үтәү ҙә,таҡмаҡ әйтешеү ҙә бөтөнләй яңыса төҫ алып, шундай йәнле, дәртле килеп сыҡты. Аулаҡ өйҙө “Моңдар ҡайтһын ауылға” йырын йырлап,һәм ауылдашыбыҙ, башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Гизаатуллиндың Әсәйемә йырын тыңлап тамамлап ҡуйҙыҡ.
Алып барыусы барыһына ла тыныс күк йөҙө, бәхет, һаулыҡ теләне. Сара гармун моңо менән оҙатылған йырҙар, бейеү, сәй эсеү менән тамамланды.
Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.