Бөгөн, йәғни 23 октябрь,Ҡыпсаҡ -Асҡар ауылы мәҙәниәт йортона ауыл халҡы, уҡыусылар, күрше ауыл китапханасылары мәртәбәле яҙыусыларыбыҙ менән осрашыуға ашыҡты.
Ҡыпсаҡ -Асҡар ауылы баш китапханасыһы Рәмзиә Ғәмбәрис ҡыҙы етәкселегендә әҙерләнгән әҙәби – музыкаль сараға Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты,Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы- журналист , йәмәғәтсе, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, танылған яҙыусы сатирик, журналист, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Венер Айҙар улы Исхаҡов һәм шағирә, яҙыусы, журналист шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлнур Вил ҡыҙы Ҡыуатова килгәйне.
Сараның төп өлөшө “Ихлас күңелдән” исемле музыкаль әҙәби кисәлә дауам итте.
Ҡыпсаҡ- Асҡар ауылы баш китапханасыһы хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ , уларҙың китаптарына ингән әҫәрҙәре, шиғырҙары менән ,дуҫтарының, яҡындарының иҫтәлектәре менән таныштырыуҙан йәнле һөйләшеүҙе башлап ебәрҙе һәм һүҙҙе ҡунаҡтарға бирҙе.
Айгиз Ғиззәт улы тормош юлдары, илһамлы ижад һәм ижадының алтын емештәре тураһында, мәртәбәле ,тос “Ҡалдырма мине, Әсәй” китабының барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләшеү, фекер алышыу алып барҙы. Әҙәбиәт һөйөүселәребеҙҙең һорауҙарына яуаптар бирҙе.
Әҙәби сараны алып барыусы баш китапханасының һорауҙарына яуап итеп Венер Айҙар улы үҙенең сатирик әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Гөлнур Ҡыуатова килгән ҡунаҡтарҙы үҙенең ижады менән таныштырҙы, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ә инде ауыл клубы мөдире Фәнзилә Әхмәтова менән Рәмзиә Ғәмбәрис ҡыҙының музыкаль кисәне биҙәп , сатирик яҙыусының ” Килендәр йүнле буламы?” әҫәрен сәхнәләштереүҙәре, яҙыусы Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шиғырына яҙылған йырҙы башҡарыуҙары ,Айгиз Баймөхәмәтовтың бергә ҡушылып йырлауы тамашасыларға хуш килде.
Кисә аҙағында ауыл хакимиәте башлығы Юсупов Әлфәрит һәм район мәҙәниәт етәксеһе Мирғәсим Факил улы үҙҙәренең теләктәрен белдереп ауыл халҡы һәм килгән ҡунаҡтар исеменән рәхмәт әйтеп ижади уңыштар теләнеләр.
Ауыл китапханасыһы иһә ҡунаҡтарға әҫәрҙәренең үҙ уҡыусыларын табыу бәхетен теләне.
“Артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын! Яңы осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ”‚ – тип тамамлап ҡуйҙы.
Бөгөнгө матур сараға саҡырыуына Рәмзиә Ғәмбәрис ҡыҙына ҙур рәхмәт һәм ул яҙыусы менән китап уҡыусылар араһында күпер һалыуҙа китапханасыларҙың ҙур ролен үтәне тип әйтке килә.





















