Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары беҙҙә ҡунаҡта.

28 -се июндә Яңы Сәпәш күп функциялы мәҙәниәт йортонда һәм Ибрай ауыл модель китапханаһында Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Салауатова Фәнилә Рәжәп ҡыҙы етәкселегендә башҡорт- ҡытай бүлегенең 1 курс студенттары менән осрашыу булып уҙҙы.
Студенттар менән осрашыу боронғо йолаларыбыҙҙың береһе, районыбыҙҙың бренды булып торған балаҫ һуғыу йолаһы менән башланып китте. Айгөл Тимерғәзим ҡыҙы ҡыҫҡаса ғына балаҫ һуғыуҙың серҙәре менән таныштырып мастер- класс күрһәтте.
Осрашыуға килгән ауыл старосталары Радик Фәһим улы, Әхсән Хәсән улы Иҫке Ҡайып. Яңы Ҡайып, Ибрай, Аҡбирҙе ауылдары тарихы менән таныштырҙылар. Ә Әлмирә Йәғәфәр ҡыҙы ауылыбыҙҙың тирә яғын уратып алған ер-һыу атамалары менән таныштырып, нисек килеп сығышын аңлатып үтте. Йәш белгестәр ауыл мәҙәниәтендә урынлашҡан музей мөйөшөндә лә булдылар. Бында улар борон ата – бабаларыбыҙ ҡулланған боронғо әйберҙәр менән таныштылар.
Студенттарыбыҙҙы шиғыр, йыр, бәйет, ҡобайыр яҙыусылар ҙа ҡыҙыҡһындырҙы. Яңы Ҡайып ауылы Әюпова Гөлбаныу апайҙың атаһы Ғәбделвәхит Кинйәбыҙ улының ҡыҙына арнап яҙған бәйете, йырҙары, шиғырҙары менән таныштылар.
Китапхана әйҙәүсеһе Лилиә Кинйәбай ҡыҙы йәнле һөйләшеүҙе китапханала дауам итте. Бында ҡунаҡтарыбыҙ ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, артистары менән таныштылар һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындарған һорауҙарға тулыһынса яуап алдылар.
Студенттарыбыҙға үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йорттарына кергәндәр икән,ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, башҡортостаныбыҙға кәрәкле һөнәр эйәләре булып уҡып сығып ҡатмарлы ла, оло ла тормош юлына ҡурҡмайынса, ҡаушамайынса аяҡ баҫыуҙарын теләйбеҙ.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.