#Ғаиләйылы2024
#Ғаиләһеҙкешетамырһыҙағас
#Ибрайауылмоделькитапхана
Шәжәрә- борон-борондан ырыу араныңдокументы, икенсе төрлө әйткәндә, бер туған кешеләрҙең дөйөм танышмаһы ла булып һаналған.
Ағас -тамырһыҙ, кеше тарихһыҙ булмай. Ә беҙҙең һәр беребеҙҙең сал быуаттарға барып тоташҡан меңәрләгән йыллыҡ тарихы бар.
Бик күп ғаиләләрҙә шәжәрәләр төҙөлөп һаҡлана. Был заманында үҙ тарихына битараф булмаған атай- олатайҙарҙың хеҙмәте- киләһе быуындар өсөн ысын хазина!
Генеалогик ағас – шәжәрә ағасын төҙөү, белеү кеше күңелендә бәләкәй тыуған илгә, ергә ҡарата һөйөү тойғоһо уята.
Ошо маҡсат менән бөгөн, ауыл китапханаһына актив китап уҡыусыларыбыҙ, үҙҙәренең шәжәрәләрен тотоп “Ғаиләһеҙ кеше, тамырһыҙ ағас” тип аталған сараға ашыҡты.
Сарала ҡатнашыусылар һәр береһе йөкмәткеле итеп үҙҙәренең ғаилә тамыры менән таныштырҙылар. Ҡотлозаманов Әхнәф Әхәт улы: “Шәжәрәне төҙөү ваҡытында зат- ырыу тикшергәндә үҙем өсөн бик ҡыҙыҡлы асыштар яһаным”,- тип белдерҙе.”Үҙ халҡыңдың мәҙәниәтен , үткәнен, бөгөнгөһөн өйрәнеү, тыуған яҡтың тарихы менән танышыу – изге эш.Илен белмәгән- белекһеҙ, нәҫелен белмәгән – намыҫһыҙ тиҙәр. Шуның өсөн беҙ барыбыҙ ҙа үҙ нәҫелебеҙҙең тамырҙарын, тыуған еребеҙҙең тарихи үткәнен белергә һәм өйрәнергә , йәш быуынға өйрәтергә бурыслыбыҙ”,-ти Лилиә Шәйгәрҙән ҡыҙы. Сара барышында китап уҡыусылар ғаилә йылына ҡарата мәҡәлдәр төҙөнөләр, үҙҙәренең ғаилә гербын төшөрҙөләр. Сараны йомғаҡлап ,төп китапханасы, үҙ нәҫел тамырҙарыбыҙҙы өйрәнәйек, ата – бабаларыбыҙҙы онотмайыҡ, йолаларыбыҙҙы үтәйек, ырыу тамғаларыбыҙҙы беләйек,- тип һығымта яһаны.