Яулыҡтарым аллы-гөллө

#Яулыҡфольклорбайрамы
#Яулыҡтарымаллыгөллө
#Ибрайауылмоделькитапхана

Боронғо замандарҙан алып Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары яулыҡтар кейгән.Заман башҡа- заң башҡа тиһәләр ҙә бөгөнгө көнгә тиклем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яулыҡ ябыныуға әүәҫ. Хәҙер, аллаға шөкөр, йәштәр ҙә дингә ҡайта, мәсеткә йөрөй, намаҙ уҡыйҙар, баштарына килешле итеп яулыҡ бәйләйҙәр.Яулыҡ йылы һаҡлай, сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф бүләк итә, көтөп алынған бүләк булып тора, уға йырҙар һәм шиғырҙар бағышлана.
Ибрай ауыл модель китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы ,яҡынлашып килгән яҙ һәм наҙ байрамы халыҡ –ара ҡатын –ҡыҙҙар көнө уңайынан ,ҡатын –ҡыҙҙар кейеменең күрке булған яулыҡҡа арналған “Яулыҡтарым аллы-гөллө” тип аталған яулыҡ – фольклор байрамы үткәрҙе.
Ауыл хакәмиәте башлығы хөрмәткә лайыҡ апайҙарыбыҙҙы 8 -се март ҡатын -ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлап матур теләктәрен әйтеп сараны асып ебәрҙе.
Китапхана аллы-гөллө, күҙҙең яуын алырлыҡ яулыҡтар менән биҙәлде. Боронғо елән,ҡашмау,шәляулыҡтарҙан айырым күргәҙмә эшләнде. Махсус биҙәлгән күргәҙмәлә француз яулығынан алып, замансаларына тиклем бар ине. Байрамға килеүселәр төрлө төҫтә һәм формала, ебәк һәм ситса яулыҡтар, мамыҡ һәм йөн, крепдешин һәм капрондан эшләнгән яулыҡтар менән таныштылар. Китапханасы ҡатнашыусыларҙы яулыҡ тарихы менән таныштырҙы,бергәләп яулыҡ тураһында йырҙар, таҡмаҡтар йырлап, шиғырҙар уҡынылар. Яулыҡтар менән бәйле уйындар һәм конкурстар ойошторолдо. “Йәшерәм яулыҡ” уйынын уйнап Рәсимә Шамил ҡыҙы наказ өсөн Уразғолов Ғайсар ағайыбыҙ көйөнә өҙҙөрөп “Шәл” бейеүен бейене, яулыҡтан “Тирмә ҡороу” уйынында ярыштылар.
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙенең яратып ябынған яулығы барҙыр. Яҡын кешеләренең йөҙө, иҫтәлеге итеп һаҡлаған, тарих һөйләгәндәре лә һандыҡ төбөндә ятаҙыр моғайын. Бына беҙгә бөгөн бай хәтирәле, иҫтәлекле шәлдәре, яулыҡтары, ғөмүмән алғанда әсәй-өләсәйҙәренән, ҡәйнәләренән ҡалған зиннәтле ҡомартҡыларын алып килгәндәр хөрмәтле апайҙарыбыҙ.
Гөлшат Сәфәр ҡыҙы әсәһенән ҡалған француз һәм 1966 йылдарҙа Украина яғына һалам төкләргә йөрөгәндә еҙнәһе алып ҡайтҡан крепдешин яулыҡтарының тарихын һөйләһә,Рәсимә Шамил ҡыҙы иһә нәнәһенән ҡалған шәл яулыҡтар менән таныштырҙы.Йәзилә Әсфәндиәр ҡыҙы үҙенең әсәһе Йәмилә Әйүп ҡыҙының ҡәҙерләп бәйләп йөрөгән дебет шәленең тарихын һәм әсәһенең апаһы Сәхибә әбеһе Үзбәкстандан бүләк итеп ебәргән суҡлы шәлен әсәһенән һорап алып шатланып беренсе класҡа (1955) ябынып барыуын, әлегә тиклем күҙ алдында тороуы һәм һандыҡ төбөндә әбеһенең төҫө итеп һаҡлауын һөйләп үтте.Наилә Файзуллина һәм Гөлнур Гиззатуллина ла әсәләренән,килендәренән бүләккә бирелгән шәляулыҡтары хәтирәһен иҫкә алдылар.
Ә бына боронғонан килгән ҡомартҡы менән Лилиә Шәйгәрҙән ҡыҙы таныштырып үтте. Ул үҙенең нәнәһенә(Гөльямал Шәйәхмәт ҡыҙына) кейәүгә сыҡҡанда атаһы тектереп биргән еләнен, камзулын,күлдәген, ҡашмауын хатта беләҙеген алып килгәйне.Был ҡомартҡыларҙы Лилиә апайҙың әсәһе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған һәм ҡыҙына биреп ҡалдырған. Сарала ҡатнашыусылар Лилиә Шәйҙәрҙән ҡыҙының һөйләгәнен йотлоғоп тыңланылар, ә һуңынан хатта тотоп ҡаранылар.
Яулыҡ байрамын йомғаҡлап Гөлнур Барый ҡыҙы : “Һәр көн башҡа бәйләгән яулыҡтың төрөн, файҙаһын, үҙенсәлектәрен, тарихын белдек. Ябай ғына күренгән яулыҡтан ҙур байрам сараһы килеп сыҡты тип әйтергә була.Элек ҡунаҡҡа барыр булһалар, ауыл буйлап галош, бишмәт, шәл, кәзәкей һорап алып кейеп, ҡунаҡ булып ҡайтҡандар бит инде шунан ҡалған һүҙ, ауыл ебәрһә, ҡунаҡҡа барам тигән, ошо ҡомартҡыларҙа бәлки күп кеше ҡулынан үткәндер”- тип һүҙен тамамлап ошо сарала ултырғанда ғына яҙған шиғыры менән тамамланы.

Ҡомартҡы

Һандыҡ төптәренән сыҡҡан
Аллы-гөллө яулыҡтар.
Нисә йылдар иҫтәлеккә
Тип һаҡланғандар улар.

Күпме быуын хәтирәһе
Тылсымлы һандыҡтарҙа.
Әсәйҙәрҙең йылыһы бар
Ул матур яулыҡтарҙа.

Өләсәй бүләк иткәндер,
Ул яулыҡты ҡыҙына.
Шулай тапшырылған улар
Килер быуын ҡулына.

Һаҡлай яулыҡтар үҙендә
Тыуған йорттоң еҫтәрен.
Аллы-гөллө ул яулыҡтар
Үткәндәрҙән иҫтәлек.

Бәләкәй генә шул тауар
Һаҡлаған бәхет хаҡын…
Тәүфиҡлы ла, серле лә ул-
Яулыҡ ябынған ҡатын .

Гөлнур Гиззатуллина.

7.03.2024.

Сараның икенсе өлөшөндә Әлфиә Ғәлимйән ҡыҙы яулыҡ бәйләү буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙе. Хәтирәле һөйләшеүҙәр сәй табыны артында дауам итте.
Кисәнең бөтә ҡунаҡтары ла рәхмәт әйтеп, күтәренке кәйеф менән таралышты.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.