«Белемле меңде еңер»

#Ғаиләйылы2024
#Ибрайауылмоделькитапхана

Ибрай ауыл модель китапханыһының “Иң оло китап уҡыусыһы“исеменә лайыҡ булған Яңы Сәпәш ауылында йәшәүсе Гөлшат Сәфәр ҡыҙы һәм Ғәйсәр Әбделғәлим улы ,77 йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, китапханан китаптар, журналдар алып уҡыусы әүҙем ғаилә булып һанала . Улар, беҙҙең менән бер рәттән мәҙәниәттә ҡайнап йәшәйҙәр, китапханала үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашалар. Ураҙғоловтар тормош юлынан «Белемле меңде еңер» тигән девиз менән атлай. Улар хатта үҙҙәре яратып уҡыған әҫәрҙәрҙең исемлеген төҙөгән. “Бер үк китапты өс-биш тапҡыр уҡырға ла ризабыҙ, ваҡытлы матбуғатты ла көтөп алабыҙ,күҙәтеп барабыҙ. Бала саҡтан китап уҡырға яраттыҡ һәм улдарыбыҙҙы ла шундай мөхиттә үҫтерергә тырыштыҡ .Әгәр ғаиләлә бала китап, гәзит, журнал күрмәй үҫә икән, уны уҡырға өйрәтеп булмаясаҡ. Бала китап тотҡан, китап уҡыған ата-әсәне күреп үҫергә тейеш, – ти ветеран уҡытыусы Гөлшат Сәфәр ҡыҙы.
“Быйылғы йыл Ғаилә йылы тип юҡҡа ғына иғлан ителмәне. Яҡшылыҡ та, насарлыҡ та ғаиләлә башлана. Шуға ла балаларҙа Тыуған илгә, телгә һөйөү, ололарға ихтирам тәрбиәләү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ғаиләлә өйрәтелергә тейеш”, -тип йомғаҡлап ҡуяһы килә.
Рәхим итегеҙ, ауыл китапханаһына!

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.