“Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ – байлыҡтан ҡиммәтерәк”

1995 йылда ЮНЕСКО тарафынан 16 ноябрь Халыҡ- ара толерантлыҡ көнө тип ҡабул ителгән.
“Әйҙәгеҙ, мәктәптәрҙә, өйҙә, эштә бер- беребеҙгә ҡарата толерантлы булырға өйрәнәйек. Ә иң мөһиме – уны аҡылың һәм йөрәгең аша үткәрә беләйек!”- тигән үҙөнең өндәүендә ЮНЕСКО ның генераль директоры Федирико Майор.
Бөгөн китапханала балалар өсөн “Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ – байлыҡтан ҡиммәтерәк” тип исемләнгән изгелек сәғәте үтте. Балаларға китапханасы “Толерант – латин һүҙе, түҙемлек, сабырлыҡ,кешенең милләтенә,фекеренә,ғөрөф – ғәҙәтенә ыңғай ҡарау, физик һәм дини үҙенсәлектәрен хөрмәтитеү, иғтибарлыбулыу тигәнде аңлата” тип иҫтә ҡалдырһындар өсөн тормоштан бихисап күп миҫалдар килтерҙе. “Изге эш ерҙә ятып ҡалмай”, ” Сабыр төбө – һары алтын”, “Таш менән атҡанға – аш менән ат”,” Байлыҡ бер айлыҡ” кеүек мәҡәлдәрҙе лә толерантлы булыу менән бәйләне. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ, байлыҡ тураһында яҙылған китаптар менән таныштырҙы, өҙөктәр уҡып ишеттерҙе.
Сара аҙағында балалар “Комплимент” уйыны уйнанылар. Уйын барышында улар иптәштәренең ыңғай сифаттарын әйтеп сыҡтылар.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.