“Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт”

Бөгөн китапханала “Өмөт” клубы ағзалары “Тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлайбыҙ” программаһы һәм “Сәләмәт ауыл” проекты сиктәрендә “Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт”, -тип исемләнгән экологик сәғәткә йыйылдылар. Сара ҡурай моңо менән асылып китте. Китапханасы “Бөгөн беҙ ҡурайҙы ла файҙалы үләндәргә индерергә булдыҡ. Ҡурай – ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп музыка ҡоралы. Моң эйәһе . ул тәбиғәттең бар асылын , моңон үҙенә һеңдереп тәбиғәт ҡосағында үҫә, шуға күрә уның кешеләр күңеленә дауа булыуына ла , кешеләргә илһам биреүенә лә мөҡәддәс тойғолар уятыуына ла һис ғәжәпләнергә түгел. Ул тәбиғәттең үҙе кеүек үк ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үк бөйөк, -тип таныштырҙы һәм ҡурай тураһында риүәйәттәр уҡып ишеттерҙе. Экологик сәғәт барышында сарала ҡатнашыусылар файҙалы үләндәр менән танышып ,уларҙың әһәмиәттәре тураһында һөйләштеләр. Шиғыр юлдары менән әйтелгән йомаҡтарҙы ҡойҙолар. Күп йылдар үләндәр йыйыу менән шөғөлләнгән Рәсимә Шамил ҡыҙы һәм Наилә Ғәлимйән ҡыҙы ауылдаштарына үләндәрҙе ҡасан йыйырға , нисек киптерергә һәм ниндәй сирҙән , нисек ҡулланырға мөмкин икәнлеген һөйләнеләр. Үләндәрҙе улар үҙҙәре лә файҙалана, кешеләргә лә тарата.Лилиә Шәйгәрҙән ҡыҙы халыҡ медицинаһы көслө һәм әһәмиәтле булыуын иҫбатлап, Талха Ғиниәтуллиндың “Мәтрүшкә еҫе” хикәйәһенән өҙөк уҡып, әсәһе улын үлемдән нисек ҡотҡарып алып ҡалыуын һәм һауыҡтырыуын уҡып ишеттерҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә экологик сәғәттән ҡәнәғәт ҡалды һәм ҡыҙыҡлы, фәһемле сара ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Продолжая использовать наш сайт, вы даете согласие на обработку файлов cookie, пользовательских данных (сведения о местоположении; тип и версия ОС; тип и версия Браузера; тип устройства и разрешение его экрана; источник откуда пришел на сайт пользователь; с какого сайта или по какой рекламе; язык ОС и Браузера; какие страницы открывает и на какие кнопки нажимает пользователь; ip-адрес) в целях функционирования сайта, проведения ретаргетинга и проведения статистических исследований и обзоров. Если вы не хотите, чтобы ваши данные обрабатывались, покиньте сайт. (требование ФЗ №152. Статья 9 "Согласие субъекта персональных данных на обработку его персональных данных")
Хорошо
Показать снова согласие
на обработку файлов cookie.