Был көҙгө көндә беҙ бер ниндәй ҙә даталар календарында билдәләнмәгән, әммә яратҡан кешеләребеҙҙең бик матур һәм күңелгә үтеп инерлек байрамын билдәләйбеҙ.
Ауыл китапханаһы өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнөнә бағышланған онлайн һүрәттәр конкурсы үткәрҙе. Кескәйҙәрҙең һүрәттәренән стенд эшләнде.Балалар һаулыҡ, яҡшы кәйеф, әүҙемлек һәм оҙон ғүмер теләктәрен белдергән олатай- өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар уҡыны.
Окт 28 2023