Йыл һайын 5 октябрьҙә уҡытыусылар байрамы үткәрелә. Ошондай уңайлы мәлдә, мәҙәниәт хеҙмәкәрҙәре, Ибрай ауылы биләмәһендәге мәктәптәрҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан укытыусыларҙы һөнәри байрамдарына, шулай уҡ Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ”,- тип исемләнгән әҙәби – музыкаль сараға йыйҙы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре: “Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдәән тәбрикләп,ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.Һаулыҡ,шатлыҡ,бәхет,ғаилә именлеге, уңыш, ырыҫ-ҡот һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын, Иң мөһиме –күгебеҙ аяҙ, тыныс булһын,- тип йылы ҡотлау һүҙҙәре менән сараны астылар.Байрам гөрләп торҙо.Уҡытыусылар ҡыҙыҡлы ла , мауыҡтырғыс та уйындарҙа берҙәм эш итеүҙәрен, белемле булыуҙарын күрһәттеләр.Байрам сараһын музыкаль яҡтан район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре биҙәне.Ҡунаҡтарыбыҙҙың һәр йырланған йырҙары,Гүзәлиә Ниғмәтйән ҡыҙының уҡыған шиғырҙары һәм нәҫере сараны йәмләндереп торҙо.Байрамға арнап “Уҡытыусы китап биттәрендә” тигән китап күргәҙмәһе әҙерләнгәйне. Байрамыбыҙҙың икенсе өлөшө самауыр артында мәктәп йылдарын , уҡыусылар менән булған ҡыҙыҡлы хәтирәләрен иҫкә алып һөйләшеп ултырыу менән тамамланды.Саранан һәр кем ҡәнәғәтлек кисереп, рәхмәт әйтеп таралыштылар.





















