
#Ибрайауылмоделькитапханаһы
Яңы Сәпәш күп функциялы ауыл клубында Ибрай ауыл биләмәһендә йәшәүсе оло йәштәгеләр өсөн байрам көнөнә ҡарата бик матур сара булып үтте.
-Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө – ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы,үҙ мәғәнәһе бар, сөнки һеҙ сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәһегеҙ төҫлө, уңыштарығыҙҙы барлап, тәжрибәләрегеҙҙе башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлегеҙ һәм һеҙ шуның менән бәхетле.
Кисәне ошондай йылы фәһемле ҡотлау һүҙҙәре менән ауыл хәкимиәте башлығы Рәфис Рәшит улы башлап ебәрҙе.Моңло ҡурай моңдары, матур йырҙары,дәртле бейеүҙәре менән район мәҙәниәте артистары, ауылдашыбыҙ Әхнәф ағай Ҡотлозаманов оло йәштәгеләрҙең күңелдәрен ҡанатландырҙы. Ғүмер буйына совхозда һәм башҡа ойошмаларҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан апай- ағайҙар байрам табыны артында күңелле итеп һәйләшеп, концерт ҡарап ултырҙылар. Байрамға ауылдың иң өлкән йәштәге Хәлимә Сәфәр ҡыҙының килеүе тағы ла күркәмлек өҫтәне. Ә концерт бик шәп булды! Оло йәштәгеләр һәм үҙебеҙҙең исемдән район мәҙәниәте артистарына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Окт 10 2023




















