Фронтовик-шағир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәким Ғиләжев 1923 йылдың 1 мартында хәҙерге Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылында донъяға килә. “Совет Башҡортостаны”(хәҙерге “Башҡортостан”) газетаһында бүлек мөдире, “Ағиҙел” журналының мөхәррире булып эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзына етәкселек итә. “Погонһыҙ һалдаттар” романы, поэмалары, шиғырҙары төрлө йылдарҙа баҫылып сығып, халыҡта танылыу яулай.
10.03. ауылыбыҙ китапханаһына, Хәким Ғиләжевтың ижадына битараф булмаған китап уҡыусылар, шиғри шәлкемдәрен, помаларын уҡыу сәғәтенә йыйылдылар. Сараға йыйылыусылар яҙыусының ижады менән таныштылар, әҫәрҙәрен иҫкә төшөрҙөләр, шиғырҙарын уҡынылар.