Йылы ҡояш нурҙарына төрөнөп,йүгерек гөрләүектәр менән йүгереп яҙҙың беренсе айы – март та килеп етте. Был ай иһә үҙенең иң күркәм, иң наҙлы байрамы менән башланып китә. Һигеҙенсе март – ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе яҙҙың тәүге байрамы – 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ. Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө Әсә хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған..
Ошо ғәжәйеп гүзәл байрам көнөндәге йылмайып баҡҡан ҡояштай һәр ваҡыт балҡып йәшәгеҙ. Күңелегеҙҙән шатлыҡ, тәнегеҙҙән һаулыҡ-сәләмәтлек, йортоғоҙҙан именлек-бәрәкәт китмәһен!
Мар 07 2023